Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 18:32 - Инжил

32 Ул мәжүсиҙәр ҡулына тапшырыласаҡ, улар Уны мыҫҡыллаясаҡ, хурлаясаҡ һәм өҫтөнә төкөрәсәк,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

32 Ул мәжүсиҙәр ҡулына тотоп биреләсәк, улар Уны мыҫҡыллар, хурлар һәм өҫтөнә төкөрөр,

Ver Capítulo Copiar




Лукас 18:32
26 Referencias Cruzadas  

Ә Ирод үҙенең ғәскәриҙәре менән Ғайсаны кәмһетеп, Уны мыҫҡыллап, ҡупшы кейемдәр кейҙереп, Пилат янына кире ебәргән.


Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡубтың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн шулай күрһәтте, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ һәм, Пилат Уны азат итергә уйлағанда, Пилат алдында Унан баш тарттығыҙ.


Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан уны һаҡсылар туҡмарға тотондо.


Шунан Ғайсаның йөҙөнә төкөрҙөләр, йоҙроҡлап туҡманылар, ҡайһылары:


Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы.


Алланың билдәләнгән маҡсаты һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирелгән ошо Кешене Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


Пилат Унан: – Мин йәһүдме ни? Һине миңә Үҙ халҡың һәм баш руханиҙар тапшырҙы. Һин нимә ҡылдың? – тип һораны.


Тегеләр уға: – Әгәр ҙә Ул енәйәтсе булмаһа, беҙ Уны һинең хөкөмөңә тотоп килтермәгән булыр инек, – тип яуап бирҙе.


Ғайса шулай тигәс, Уға яҡын торған һаҡсыларҙың береһе Уның яңағына килтереп һуҡты: – Иң баш руханиға Һин шулай яуап бирәһеңме?


Ә халыҡ ҡарап торған. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп: – Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тигәндәр.


Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тороп, Ғайсаны Пилат янына алып килгән.


Уны бәйләп Рим идарасыһы Пилатҡа алып барып тапшырҙылар.


Ғайсаны Каиафа янынан Рим ҡайсары тарафынан ебәрелгән идарасы һарайына алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине.


Иртән үк баш руханиҙар менән аҡһаҡалдар, ҡанун белгестәре һәм бөтә Юғары кәңәшмә бергә йыйылышып кәңәш ҡорҙолар ҙа, Ғайсаны бәйләп, Пилатҡа алып барып тапшырҙылар.


мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ.


Ә башҡалары хеҙмәтселәрҙе тотоп мыҫҡыл иткән һәм үлтергән.


Уны ҡамсылаясаҡтар һәм үлтерәсәктәр. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән.


Был иһә Ғайсаның Үҙенең ниндәй үлем менән үләсәгенә ишара итеп әйткән һүҙе тормошҡа ашһын өсөн әйтелде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios