Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 18:14 - Инжил

14 Һеҙгә әйтәм, тәүгеһе түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән; сөнки үҙен үҙе күтәреүсе һәр кем – түбәнһетелер, үҙен түбәнһетеүсе – күтәрелер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Һеҙгә әйтәм, фарисей түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән. Сөнки үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 18:14
39 Referencias Cruzadas  

Үҙен башҡаларға ҡарағанда өҫтөн ҡуйған һәр кем түбәнһетелер, ә үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.


Ғайса уларға былай тигән: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙә ни ятҡанын белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнес.


Раббыға буйһоноғоҙ, һәм Ул һеҙҙе юғары күтәрер.


Үҙ-үҙен күтәреүсене Алла түбәнһетер, ә үҙен түбәнһетеүсене Алла күтәрер.


Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә», – тип әйтелгән.


Ул түрәләрҙе тәхеттәренән төшөрҙө, түбән заттарҙы күтәрҙе.


– Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.


Шулай ҙа кешеләрҙең ҡанун талаптарын үтәп түгел, ә Ғайса Мәсихкә инаныуыбыҙ аша ғына аҡланғанлығын беләбеҙ. Шуға күрә ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Мәсихкә инаныу аша аҡланыу өсөн, Ғайса Мәсихкә инандыҡ. Ҡанун талаптарын үтәү менән генә бер кем дә аҡлана алмаясаҡ.


Әгәр ҙә кеше үҙенең эштәренә таянмайынса, динһеҙҙәрҙе аҡлаусы Аллаға инана икән, ул иманы менән хаҡ һанала.


Ҡанун ҡушҡандарҙы үтәп кенә Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит. Ҡанун гонаһтың ни икәнлеген генә аңлата.


Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә Минең яҡыным кем? – тип һораған.


Алла тарафынан һайлап алынғандарҙы кем ғәйепләр? Алла уларҙың ғәйепһеҙ булыуын таный бит!


Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арабыҙҙа тыныслыҡ урынлаша.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios