Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 18:13 - Инжил

13 Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә ҡарарға ла ҡыймаған, ә сәсен йолҡҡослап: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булсы!» – тип үтенгән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймаған, күкрәген төйә-төйә: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булһаңсы!» – тигән.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 18:13
45 Referencias Cruzadas  

Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын.


Язаны ҡарарға килгән бөтә халыҡ, булып үткән ваҡиғаларҙан һуң, ҡайғынан күкрәктәренә һуға-һуға ҡалаға ҡайтып киткән.


Мин уларҙың яуызлыҡтарын кисерәсәкмен, ә ҡылған гонаһтарын бер ҡасан да иҫемә төшөрмәйәсәкмен».


Ишеткән был һүҙҙәр уларҙың йөрәктәренә үтеп инде: – Туғандар, беҙгә ни эшләргә һуң? – тине улар Петрға һәм башҡа илселәргә.


Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхимлелек һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу рәүештә барайыҡ.


Әммә Алла беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: Мәсих, гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ, беҙҙең өсөн үлде.


Симон Петр был хәлде күреп: – Хужам, кит минең янымдан! Мин – гонаһлы, – тип Ғайсаның тубыҡтарына йығылған.


Алла ихтыяры менән һеҙ кисергән көйөнөстөң ниндәй тойғолар уятыуын ҡарағыҙ: хаталарҙы төҙәтергә ынтылыш, аҡланыу теләге, булып уҙғандарға ҡарата асыу, ҡурҡыу эҙемтәләре, мине һағыныу, тәүәккәллек һәм ғәйеплегә яза биреү теләге. Был эштә һеҙ һәр яҡтан да үҙегеҙҙең саф булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ.


Барығыҙ, «Мин ҡорбан килтерелеүен түгел, ә шәфҡәт күрһәтелеүен теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы артымдан саҡырырға килдем.


Бер ауылға ингәндә, Уны махау сирле ун кеше ҡаршылаған. Улар алыҫта уҡ туҡтап,


Доға ҡылғанда ике йөҙлөләр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен инде алды.


Филипп һәм Варфоломей, Фома һәм һалым йыйыусы Матфей, Алфей улы Яҡуб, Фаддей,


Доға ҡылып торған саҡта, берәйһенә ҡарата үпкәгеҙ булһа, уны ғәфү итегеҙ. Шул ваҡытта Күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе кисерер.


Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылған:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios