Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 17:2 - Инжил

2 Бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Был кесе йәндәрҙең берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 17:2
13 Referencias Cruzadas  

Әммә Миңә ышанған бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.


Һеҙҙең Күктәге Атағыҙ ҙа шулай: түбән заттарҙың береһенең дә һәләк булыуын теләмәй.


Һаҡ булығыҙ, был түбән заттарҙың береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.


Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем.


Уның тураһында Изге Яҙмала яҙылғанса, Әҙәм Улы китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.


Әммә мин ул хоҡуҡтарҙың береһен дә файҙаланманым. Был һүҙҙәрҙе лә һеҙҙән ярҙам көткән өсөн яҙмайым. Киреһенсә, мин хатта үлергә лә әҙер! Бының менән маҡтаныу хоҡуғынан мине бер кем дә мәхрүм итә алмай.


Улар ҙа ашап туйғас, Ғайса Симон Петрҙан: – Яхъя улы Симон! Һин Мине башҡа шәкерттәремә ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы? – тип һораны. Петр: – Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы. Ғайса: – Минең бәрәстәремде ашатып тор, – тине


– Әммә береһен дә рәнйетмәйек. Күлгә барып ҡармаҡ һал. Беренсе эләккән балыҡтың ауыҙын ас һәм унда көмөш тәңкә табырһың. Уны алып, Минең өсөн дә, үҙең өсөн дә һалым йыйыусыларға бир.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios