Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 17:1 - Инжил

1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тип һөйләгән: – Кешеләрҙе гонаһҡа этәреүсе ҡотҡо ҡотолғоһоҙ, әммә был ҡотҡоноң сәбәпсеһенә – ҡайғы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине: – Гонаһҡа этәргән нәмәләр ҡотолғоһоҙ, әммә бүтәндәрҙе гонаһҡа этәреүсегә – ҡайғы.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 17:1
14 Referencias Cruzadas  

Был донъяға ҡайғы, сөнки дөрөҫ юлдан яҙҙыра! Ҡотҡо һалыуҙарҙың килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!


Бына шуға күрә, мин ашаған ризыҡ имандашымды гонаһҡа төшөрөүгә сәбәпсе булһа, уны гонаһҡа этәрмәҫ өсөн ғүмерем буйына ит ашамам.


Шуға күрә бер-беребеҙҙе хөкөм итеүҙән туҡтайыҡ. Уның урынына әйҙәгеҙ имандаштарыбыҙҙы юлдан яҙҙырмаҫлыҡ һәм гонаһҡа ҡотортмаҫлыҡ бер нәмә лә ҡылмау тураһында ҡарар ҡылайыҡ.


Әлбиттә, һынауҙы кемегеҙҙең үтә алыуы асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың булыуы ла кәрәк.


Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленеш килтереп сығарыусы һәм тоғро юлдан яҙҙырыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм ундайҙарҙан ситләшегеҙ.


Әммә Ғайса Петрға боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине дөрөҫ юлдан яҙҙырырға маташаһың, һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке, – тине.


Йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла, Алла берҙәмлегенә лә ҡаршылыҡ булып тормағыҙ.


Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Валаам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Валакты израилдәрҙе гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.


Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: үҙен пәйғәмбәр тип атап, фәхешлеккә һәм ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға өйрәтеп йөрөгән Иезавель исемле ҡатынға Минең ҡолдарымды гонаһҡа этәреүгә юл ҡуяһың.


Ибраһим байға: «Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламайҙар икән, үленән терелеүгә лә ышанмаҫтар», – тип яуап биргән.


Ахыры заманда ҡайһы берәүҙәр, алдаҡсы рухтарға һәм ен өйрәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, имандан кире сигенәсәктәр, Изге Рух быны асыҡ әйтә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios