Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 16:24 - Инжил

24 Шул саҡта бай: «Ибраһим атам! Миңә мәрхәмәтле булып, Лазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын, мин ялҡында ғазапланам», – тип ҡысҡырған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

24 Шул саҡ бай: «Эй атабыҙ Ибраһим! Миңә мәрхәмәтле булып, Әлғазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын. Мин был ялҡында шул тиклем ғазапланам», – тип ҡысҡырған.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 16:24
29 Referencias Cruzadas  

Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, кристалл һымаҡ ялтырап торған тереклек һыуы йылғаһын күрһәтте.


Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.


ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!


Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.


Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Ул бөтөн тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай, уның үҙен иһә йәһәннәм уты ҡабыҙып ебәрә.


Бай иһә: «Юҡ, Ибраһим атам. Үлгәндәрҙең береһе терелеп улар янына барһа, шул мәлдә тәүбәгә килерҙәр ине», – тигән.


Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.


Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөм өҫтөнән тантана итә.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


Ибраһим – шулай уҡ сөннәтлеләрҙең дә атаһы, йәғни был йоланы үтәгән генә түгел, ә Ибраһимдың сөннәтләнгәнгә тиклем тотҡан иманы юлынан барыусыларҙың атаһы.


Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫып көслө тауыш менән иғлан итте: – Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен!


Ә мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотоусы хөкөм ителеүгә лайыҡ. Туғанына: «Мәғәнәһеҙ», – тип әйтеүсе иһә Юғары кәңәшмә алдында яуапҡа тарттырылыуға, ә инде «Ахмаҡ», – тиеүсе йәһәннәм утына лайыҡ.


«Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип эстән генә уйлайһы булмағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар яралта ала.


– Бөгөн был өйгә ҡотолоу килде, – тигән Ғайса, – был кеше лә Ибраһим нәҫеленән бит.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios