Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 16:16 - Инжил

16 Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең заманы Яхъя килгәнгә тиклем булды, шунан бирле Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр дәүере Яхъя килгәнгә тиклем дауам итте. Хәҙер иһә Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә, һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 16:16
21 Referencias Cruzadas  

Сөнки Яхъя һеҙгә тәҡүә булыу юлын күрһәтергә тип килгәйне, ләкин һеҙ уға ышанманығыҙ. Ә һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр ышанды. Һеҙ, быны күреп тә, барыбер уйығыҙҙан кире ҡайтманығыҙ һәм уға ышанманығыҙ.


Ул Нафанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.


Ибраһим байға: «Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламайҙар икән, үленән терелеүгә лә ышанмаҫтар», – тип яуап биргән.


– Тәүбә итегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.


Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барса пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы.


Ибраһим уға: «Уларҙа Муса һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары бар. Унда яҙылғандарға ҡолаҡ һалһындар», – тип әйткән.


«Ҡалағыҙҙың аяҡтарыбыҙға ҡунған туҙанын да һеҙгә ҡағып ҡалдырабыҙ. Шулай ҙа белегеҙ, Алла Батшалығы яҡынлашты», – тиерһегеҙ.


Ундағы ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ һәм ҡалала йәшәүселәргә: «Һеҙгә Алла Батшалығы яҡынлашты», – тип әйтегеҙ.


Шул ваҡыттан алып Ғайса: – Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип һөйләп йөрөй башланы.


Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға оҙатҡан.


Яхъя ҡулға алынғандан һуң Ғайса, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, Галилеяға килде.


Барғас иһә: «Күктәр Батшалығы яҡынлашты!» – тип хәбәр итегеҙ.


Фарисейҙар иһә үҙ-ара: – Күрәһегеҙме, беҙ бер нәмәгә лә өлгәшә алмайбыҙ. Бөтә кеше Уға эйәрә, – тиеште.


Әгәр ҙә шулай дауам итергә юл ҡуйһаҡ, һәммәһе Уға инанасаҡ. Аҙаҡ иһә римлылар килеп, Изге урыныбыҙҙы ла, халыҡты ла юҡ итәсәк.


Әммә ул, бынан китеү менән, булған хәл тураһында бөтә ерҙә һөйләп йөрөй башланы. Шунлыҡтан Ғайса инде ҡалаларға асыҡтан-асыҡ инә алманы. Ул ҡалаларҙан ситтә, аулаҡ урындарҙа булды, әммә унда ла янына һәр тарафтан ағылдылар.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Кешене ауыҙына ингән нәмә түгел, ауыҙынан сыҡҡаны бысрата, – тине.


[Ваҡыты-ваҡыты менән Раббының бер фәрештәһе быуаға төшөп һыуҙы болғатҡан, һыу болғаныу менән уға беренсе булып төшкән кеше теләһә ниндәй сирҙән һауыҡҡан булған.]


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios