5 Ә инде тапҡас, ҡыуанып, уны елкәһенә һалыр,
5 Ә инде тапҡас, ҡыуанып, уны елкәһенә һалып алып ҡайтыр.
Иманда беренсе булып барыусы һәм уны камиллыҡҡа еткереүсе Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.
– Бөгөн был өйгә ҡотолоу килде, – тигән Ғайса, – был кеше лә Ибраһим нәҫеленән бит.
Ғайса уға: – Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тигән.
Был ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды. Бына ошо ҡыуаныстан күңел асырға булдыҡ», – тигән.
Ваҡыт аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора.
шулай иткәндә, улар иҫкә килеп үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.
сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Алла ҡөҙрәте, Изге Рух һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнлегебеҙҙе беләһегеҙ.
Алла көсө һәм ҡеүәте аша Уның миңә биргән мәрхәмәте менән был Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу эшендә хеҙмәт итә башланым.
Беҙҙе Алла бар итте. Уның алдан әҙерләнгән яҡшы эштәрен башҡарыу өсөн, беҙ Ғайса Мәсих аша бар ителдек.
Ҡыуанысымды һеҙ татыһын һәм ул бар булмышығыҙҙы биләп алһын тип, һеҙгә ошоларҙы һөйләнем.
– Әйтәйек, берегеҙҙең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһе юғалды ти. Ул туҡһан туғыҙын көтөүлектә ҡалдырып, юғалған берәүһен тапҡансы эҙләмәҫме ни?
өйөнә ҡайтҡас, дуҫтары менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, мин юғалған һарығымды таптым», – тиер.