Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 15:29 - Инжил

29 уға ул былай тигән: «Бына мин һиңә нисә йылдар инде хеҙмәт итәм. Бойороғоңдо бер тапҡыр ҙа үтәмәй ҡалғаным юҡ. Шулай булһа ла, дуҫтарым менән күңел асырға бер тапҡыр кәзә бәрәсе лә бирмәнең.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

29 «Бына мин һиңә нисә йылдар инде хеҙмәт итәм. Бойороғоңдо бер тапҡыр ҙа үтәмәй ҡалғаным юҡ. Шулай булһа ла, дуҫтарым менән күңел асыр өсөн һин миңә берәй тапҡыр кәзә бәрәсе лә биргәнең юҡ.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 15:29
23 Referencias Cruzadas  

Һин: „Мин – бай, күп байлыҡ тупланым, бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ“, – тиһең. Әммә үҙеңдең ни тиклем бәхетһеҙ, меҫкен, фәҡир, һуҡыр һәм яланғас булыуыңды аңламайһың.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә серле манна һәм аҡ таш бирәсәкмен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».


Алланың кешеләрҙе нисек аҡлауын аңлап етмәйенсә, үҙҙәренең аҡланыу юлын урынлаштырырға ынтылып, улар Алланың аҡлау юлына буйһонманы.


Ҡасандыр мин ҡанунһыҙ йәшәй инем, ләкин Алланың әмере мәғлүм булғас, гонаһ терелде,


һин ҡаты бәғерле кеше – һалмағаныңды алаһың, сәсмәгәнеңде ураһың», – тигән.


Үҙҙәрен тәҡүә һанап, башҡаларға түбәнһетеп ҡараусыларҙың ҡайһы берҙәренә Ғайса ошондай ҡисса һөйләгән:


Шулай итеп, һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: «Беҙ бары тик хеҙмәтселәр генә, нимә эшләргә тейеш булһаҡ, шуны эшләнек», – тип әйтегеҙ.


Һеҙгә шуны әйтәм: шул рәүешле, тәүбә итеүгә мохтаж булмаған туҡһан туғыҙ тәҡүә кеше өсөн шатланыуға ҡарағанда, тәүбә иткән гонаһлы бер кеше өсөн күктә шатлыҡ ҙурыраҡ булыр.


«Аҙаҡ килгәндәр бары бер сәғәт кенә эшләне, ә һин уларҙы беҙҙең менән тиңләнең. Беҙ бит көнө буйы эҫе ҡояш аҫтында ауыр эш башҡарҙыҡ».


Ни менән ғорурлана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Хеҙмәт талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән.


Ҡанун ҡушҡандарҙы үтәп кенә Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит. Ҡанун гонаһтың ни икәнлеген генә аңлата.


Өлкән улдың быға асыуы килгән һәм өйгә инергә теләмәгән. Атаһы сығып саҡырғас,


Ә милкеңде аҙғын ҡатындар менән туҙҙырған был улың ҡайтҡас, уның өсөн хатта һимертелгән быҙау салғанһың!»


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios