Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 15:22 - Инжил

22 Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяҡтарына ҡаталар бирегеҙ,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяғына ҡата бирегеҙ,

Ver Capítulo Copiar




Лукас 15:22
30 Referencias Cruzadas  

Шунан уларҙың һәр береһенә аҡ кейем бирелде һәм улар кеүек үк үлтереләсәк хеҙмәттәштәренең һәм имандаштарының һаны тулғанға тиклем тағы бер аҙ тыныс ҡына көтөргә ҡушылды.


Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфис аҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде. Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул.


Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм телдән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.


Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөрөп, яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар итеүсе рухты түгел, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә серле манна һәм аҡ таш бирәсәкмен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».


Һеҙ бөтөнөгөҙ ҙә сумдырылыу йолаһы үтеп, Мәсихкә кейендегеҙ, тип әйтеп була.


Тормошоғоҙ менән Раббы Ғайса Мәсих идара итһен. Гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең аҙғын теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлауҙан туҡтағыҙ.


Һиңә Минән байыр өсөн утта таҙартылған алтын, яланғаслығыңдың мәсхәрәһе асылмаһын өсөн кейергә аҡ кейем һәм күҙҙәрең күрһен өсөн һөртөргә күҙ майы һатып алырға кәңәш итәм.


Именлек тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүгә әҙерлегегеҙҙе аяҡ кейеме итеп кейегеҙ.


Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә, сөнки кешеләр араһында айырма юҡ.


Улы уға: «Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым: инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен», – тигән.


һимертелгән берәй быҙауҙы салығыҙ, ашап-эсеп, күңел асайыҡ!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios