Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 14:21 - Инжил

21 Хеҙмәтсе, ҡайтҡас, был хаҡта хужаһына һөйләп биргән. Хужа асыуланған һәм хеҙмәтсеһен: «Бар, йәһәт кенә ҡала майҙандарынан һәм тыҡрыҡтарҙан фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, һуҡырҙарҙы һәм аҡһаҡтарҙы йыйып алып ҡайт», – тип сығарып ебәргән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Хеҙмәтсе, ҡайтҡас, был хаҡта хужаһына һөйләп биргән. Хужа асыуланған да: «Бар, йәһәт кенә ҡала майҙандарынан һәм тыҡрыҡтарҙан фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, һуҡырҙарҙы һәм аҡһаҡтарҙы йыйып алып ҡайт», – тип хеҙмәтсеһен сығарып ебәргән.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 14:21
38 Referencias Cruzadas  

Табын йыяһың икән, фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы саҡыр,


Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


Һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора һәм фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.


Ғайса: – Мин был донъяға күрмәгәндәр күрһен, ә күргәндәр һуҡырайһын тип, хөкөм итеү өсөн килдем, – тине.


Һеҙгә шуны әйтәм: тәүге саҡырылғандарҙың береһе лә минең табынымдағы ризыҡтан татый алмаҫ».


Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.


Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тереклек һыуын бушлай алһын.


Уның ауыҙынан, халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, иҙгестә йөҙөм иҙәсәк.


Етәкселәрегеҙҙе тыңлағыҙ һәм уларға буйһоноғоҙ – улар Алла алдында яуап тота торған кешеләр булғанлыҡтан, һеҙҙең йәндәрегеҙ тураһында арымай-талмай хәстәрлек күрә. Шулай булғас, был эште уларға ауырыҡһынып түгел, ә шатланып башҡарырға юл ҡуйығыҙ. Ауырыҡһынып башҡарған эштең һеҙҙең өсөн һис ниндәй файҙаһы булмаҫ.


һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш.


Йонсоған һәм ауыр йөктән интегеүселәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙгә тыныслыҡ бирермен.


Илселәр, әйләнеп ҡайтҡас, үҙҙәренең ҡылған эштәре тураһында Ғайсаға һөйләп биргән. Ғайса уларҙы Үҙе менән Вифсаида тигән ҡала эргәһендәге аулаҡ урынға алып киткән.


Батшаның бүтән хеҙмәтселәре быны күреп бик ҡайғырған һәм бар булған хәлде хужаларына барып һөйләп биргәндәр.


Шунан һуң шәкерттәре Уның янына килде. – Һинең һүҙҙәреңде ишетеп, фарисейҙарҙың рәнйеүен беләһеңме? – тип һораны улар.


Өсөнсөһө: «Мин өйләндем, шуның өсөн бара алмайым», – тигән.


Хеҙмәтсе әйләнеп ҡайтҡас: «Хужам, һинең әмерең үтәлде, әммә буш урындар ҡалды әле», – тигән.


«Беҙҙе бер кем дә ялламаны», – тип яуаплаған тегеләр. «Һеҙ ҙә йөҙөм баҡсаһына барығыҙ», – тигән хужа уларға.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios