Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 14:15 - Инжил

15 Ғайсаның был һүҙҙәрен ишеткәс, Уның менән ултырғандарҙың береһе: – Алла Батшалығындағы табындан ашаясаҡ кеше бәхетле! – тигән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Ғайсаның был һүҙҙәрен ишеткәс, Уның менән ултырғандарҙың береһе: – Алла Батшалығындағы табындан ашаясаҡ кеше бәхетле! – тине.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 14:15
8 Referencias Cruzadas  

Фәрештә миңә былай тине: – Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле. Тағы былай тине: – Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре.


Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәрҙә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итерһегеҙ.


Көнсығыштан һәм көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан килерҙәр һәм Алла Батшалығында мәжлес өҫтәле артына ултырырҙар.


Әммә тегеләр май артынан барып йөрөгәндә, кейәү килеп еткән. Уны ҡаршыларға әҙер торған ҡыҙҙар иһә кейәү менән бергә туй мәжлесенә ингән һәм улар артынан ишек бикләнгән.


Хужа ҡайтҡас, хеҙмәтселәрен уяу хәлдә күрһә, шул хеҙмәтселәр бәхетле. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа, алъяпҡыс бәйләп, хеҙмәтселәрен өҫтәл янына ултыртыр һәм уларға үҙе үк хеҙмәт итер.


Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуб менән бергә мәжлес өҫтәле артында ултырыр.


Һеҙгә әйтәм: был байрам ашы Алла батшалығында тулы мәғәнәгә эйә булғанға тиклем Мин уны ашамаясаҡмын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios