Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 13:33 - Инжил

33 Улай ғына ла түгел, Мин бөгөн дә, иртәгә лә, өсөнсө көндә лә Үҙ юлымды дауам итергә тейешмен, сөнки пәйғәмбәрҙең Иерусалимдан ситтә үлтерелеүе күҙ алдына килмәй.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

33 Хәйер, Мин бөгөн дә, иртәгә лә, өсөнсө көндә лә Үҙ юлымды дауам итергә тейешмен, сөнки пәйғәмбәрҙең Йәрүсәлимдән ситтә үлтерелеүе мөмкин түгел.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 13:33
10 Referencias Cruzadas  

Әммә, Иерусалимға юл тотҡанлыҡтан, бында Ғайсаны ҡабул итмәгәндәр.


– Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ.


Иерусалимда йәшәүселәр һәм уларҙың башлыҡтары Мәсихте таныманы, Уны хөкөм итеп, пәйғәмбәрҙәрҙең һәр шәмбе уҡыла торған һүҙҙәрен ғәмәлгә ашырҙы.


– Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итәсәк,


Шул сәбәпле Ғайса инде йәһүдтәр араһында асыҡтан-асыҡ йөрөмәҫ булды. Ул бынан сүллек янындағы Ефраим тигән ҡалаға китте һәм Үҙенең шәкерттәре менән шунда ҡалды.


Көн үткәнсе Мин Үҙемде Ебәреүсенең эшен башҡарырға тейешмен. Төн етеп килә, ул саҡта һис кем бер нәмә лә эшләй алмаҫ.


Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.


Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Ғайса: – Яҡтылыҡтың һеҙҙең менән булырына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Үҙегеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫҡанғаса, яҡтыла йөрөп ҡалығыҙ, сөнки ҡараңғыла йөрөүсе ҡайҙа барғанын белмәй.


Ғайса: – Көндөң оҙонлоғо ун ике сәғәт түгелме һуң? Көндөҙ йөрөүсе абынмай, сөнки ул донъя яҡтылығын күрә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios