Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 13:29 - Инжил

29 Көнсығыштан һәм көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан килерҙәр һәм Алла Батшалығында мәжлес өҫтәле артына ултырырҙар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

29 Көнсығыштан һәм көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан килерҙәр һәм Алла Батшалығында табын артында ултырырҙар.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 13:29
14 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә һеҙгә мәғлүм булһын: йәһүд булмаған халыҡтарға Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр ебәрелгән һәм улар уны тыңлай.


Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Павел, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


Шул ваҡыт Ул, фәрештәләрҙе ебәреп, ерҙең дүрт тарафынан – ер ситенән алып күк ситенә тиклем – Үҙе һайлағандарҙы йыйыр.


Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуб менән бергә мәжлес өҫтәле артында ултырыр.


Һеҙгә килгән Һөйөнөслө Хәбәр, Алла мәрхәмәтенең ғәмәлдә нисек булыуын ишетеп аңлаған көнөгөҙҙән башлап арағыҙҙа нисек булған булһа, бөтә донъяла ла шулай уңыш килтерә һәм тарала бара.


Әлеге ваҡытта аҙаҡҡы булғандарҙың ҡайһы берҙәре – беренсе, беренсе булғандарҙың ҡайһы берҙәре аҙаҡҡы булыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios