Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 13:27 - Инжил

27 Әммә Ул: «Һеҙҙең ҡайҙан икәнлегегеҙҙе белмәйем, яуызлыҡ ҡылыусылар, бөтәгеҙ ҙә Минең янымдан китегеҙ», – тип әйтер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

27 Әммә Ул: «Һеҙҙең ҡайҙан икәнегеҙҙе белмәйем, яуызлыҡ ҡылыусылар, бөтәгеҙ ҙә Минең янымдан китегеҙ», – тиер.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 13:27
15 Referencias Cruzadas  

Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!


Өй хужаһы урынынан тороп ишекте бикләгәндән һуң, һеҙ тышҡы яҡта ҡалып ишек ҡаға башларһығыҙ һәм: «Әфәндем, беҙгә ишек ас әле!» – тип үтенерһегеҙ. Ә Ул һеҙгә: «Мин һеҙҙең кем икәнлегегеҙҙе лә, ҡайҙан икәнлегегеҙҙе лә белмәйем», – тип яуаплар.


Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен».


Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ?


Алланы яратыусы иһә Алла тарафынан таныла.


Ләкин ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин һеҙҙе белмәйем», – тип яуап ҡайтарған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios