Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 13:13 - Инжил

13 Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйған, ҡатын шунда уҡ турайып баҫҡан һәм Алланы данлай башлаған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйҙы, ҡатын шунда уҡ турайып баҫты һәм Алланы данлай башланы.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 13:13
13 Referencias Cruzadas  

ҡулдарына йылан алһалар ҙа, ағыулы нәмә эсһәләр ҙә, зарарын күрмәҫтәр; ауырыу кешеләргә ҡулдарын ҡуйһалар, улар һауығыр.


һәм ялбарып һораны: – Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығасаҡ һәм йәшәйәсәк!


Ғайса ҡулдарын уның күҙҙәренә ҡабат ҡуйып алғас, ул текләп ҡараны ла, һауығып, бөтә нәмәне асыҡ итеп күрҙе.


Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы.


Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килгән. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырған.


Анания, шул йортҡа барып, Савлға ҡулдарын ҡуйҙы. «Савл имандаш! Күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм һине Изге Рух менән һуғарырға тип Раббы – һиңә юлда күренгән Ғайса – мине яныңа ебәрҙе», – тине ул.


Һуҡыр шунда уҡ күрә башлаған һәм, Алланы данлап, Ғайсаға эйәреп киткән. Ундағы кешеләрҙең бөтәһе лә, быны күреп, Алланы маҡтаған.


Быны күреп торған халыҡ ҡурҡыуға төштө һәм кешеләргә ошондай хакимлыҡ биргән Алланы данланы.


Ғайса, уны күреп, Үҙе янына саҡырып алған да: – Апай! Һин сиреңдән ҡотолдоң! – тигән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios