Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 13:11 - Инжил

11 Унда бер ҡатын булған. Уның эсендә ун һигеҙ йыл буйы шаҡшы рух йәшәгән. Был рух уны ғәрипләндергән, ҡатын бөкрәйеп төшкән һәм бөтөнләй турая алмаған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Унда ун һигеҙ йыл буйы яуыз рухтан интеккән, бөкрәйеп бөткән, бөтөнләй турая алмаған бер ҡатын бар ине.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 13:11
20 Referencias Cruzadas  

Ғайса шаҡшы рухтарҙан һәм ауырыуҙарҙан һауыҡтырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисәүһе: эсенән ете шаҡшы рух ҡыуып сығарылған Мәрйәм, ул Магдалина тип йөрөтөлгән,


Был ҡатын Ибраһим нәҫеленән бит! Иблис уны ун һигеҙ йыл буйына бәйҙә тотҡан. Бөгөн шәмбе көнө булһа ла, уны әсирлектән азат итергә ярамаймы ни? – тип яуаплаған.


Ғайса ярға сыҡҡас, шундағы ҡаланың ен эйәләшкән бер кешеһе Уға ҡаршы килгән. Ул байтаҡтан бирле кейем кеймәй йөрөгән һәм өйөндә түгел, ә ҡәбер мәмерйәһендә йәшәгән.


Һауығыу мөғжизәһен татыған теге кеше ҡырҡ йәштән уҙғайны инде.


Улар араһында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын булған. Бар мөлкәтен табиптарға сарыфлап бөтөрһә лә, бер кем дә уны һауыҡтыра алмаған.


Ғайса малайҙың атаһынан: – Ул был хәлгә күптән тарынымы? – тип һораны. – Бала сағынан шулай, – тип яуап бирҙе атаһы. –


Тыумыштан уҡ аҡһаҡ бер кешене һәр көн Алла Йортоноң Матур тип аталған ҡапҡаһы янына алып килеп, инеүселәрҙән саҙаҡа һорарға ултыртып китәләр ине.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Ғайса, уны күреп, Үҙе янына саҡырып алған да: – Апай! Һин сиреңдән ҡотолдоң! – тигән.


Былар ғәмәлгә аша башлағас, ҡурҡмайынса һындарығыҙҙы турайтып баҫығыҙ, баштарығыҙҙы күтәрегеҙ, сөнки һеҙҙең ҡотолоуығыҙ яҡынлашыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios