52 Ошо мәлдән башлап, бер өйҙә биш кеше йәшәһә, өсөһө – икәүһенә һәм икәүһе өсөһөнә ҡаршы булыр.
Ҡайһы берҙәре уның һүҙҙәренә ышанды, ҡайһылары иһә ышанманы
Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.
Ҡайһы бер фарисейҙар: – Был Кеше Алланан түгел, сөнки Ул шәмбе көндөң ҡағиҙәһен тотмай, – тинеләр. – Гонаһлы кеше бындай мөғжизә ҡыла алыр инеме ни? – тип икенселәре ҡаршы төштө. Улар араһында бәхәс ҡупты.
Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һеҙгә әйтәм, Мин бүлергә килдем.
Атаһы – улына, улы – атаһына; әсәһе – ҡыҙына, ҡыҙы – әсәһенә; ҡәйнәһе – килененә, килене – ҡәйнәһенә ҡаршы булыр.