Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 12:5 - Инжил

5 Һеҙгә кемдән ҡурҡырға кәрәклеген әйтәм. Йәнегеҙҙе алғандан һуң йәһәннәмгә ташларға хакимлығы булған Алланан ҡурҡығыҙ: эйе, һеҙгә әйтәм, Унан ҡурҡығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Һеҙгә кемдән ҡурҡырға кәрәклеген әйтәм. Йәнегеҙҙе алғандан һуң йәһәннәмгә ташларға хакимлығы булған Алланан ҡурҡығыҙ: эйе, һеҙгә әйтәм, Унан ҡурҡығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 12:5
16 Referencias Cruzadas  

Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә йәһәннәмгә ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, сынйыр менән бығауланған килеш хөкөм көнөн көтөрҙәр.


Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Ул көслө тауыш менән: – Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте лә, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын да Булдырыусыға табынығыҙ! – тине.


Мәңге тере Алла ҡулына эләгеү ҡот осҡос!


Шунан һуң үлем һәм үлеләр донъяһы утлы күлгә ырғытылды. Был – икенсе үлем: утлы күл.


Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы барлыҡ бындай эштәр өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек.


Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!


Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та, исемеңде кем данламаҫ? Тик Һин генә изгеһең, бөтөн халыҡтар килерҙәр ҙә Һинең алдыңда табынырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.


Ә мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотоусы хөкөм ителеүгә лайыҡ. Туғанына: «Мәғәнәһеҙ», – тип әйтеүсе иһә Юғары кәңәшмә алдында яуапҡа тарттырылыуға, ә инде «Ахмаҡ», – тиеүсе йәһәннәм утына лайыҡ.


Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.


Шуға күрә һаҡ булығыҙ – барыһын да Мин һеҙгә алдан әйттем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios