Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 12:37 - Инжил

37 Хужа ҡайтҡас, хеҙмәтселәрен уяу хәлдә күрһә, шул хеҙмәтселәр бәхетле. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа, алъяпҡыс бәйләп, хеҙмәтселәрен өҫтәл янына ултыртыр һәм уларға үҙе үк хеҙмәт итер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

37 Хужа ҡайтҡанда уяу торған хеҙмәтселәр бәхетле! Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа, билен быуып, хеҙмәтселәрен өҫтәл янына ултыртыр һәм уларға үҙе хеҙмәт итер.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 12:37
25 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә, ҡәҙерлеләрем, бының һәммәһен дә көтөп, Алла ҡаршыһында именлектә, бер ниндәй тапһыҙ, кәмселекһеҙ йәшәй алыу өсөн, хәлегеҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ.


Шуға күрә, уяу булығыҙ! Хужағыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит.


Мин ике юл сатында торам. Был донъяны ҡалдырып, Мәсих менән бергә булырға тигән теләгем бар, һәм был күпкә яҡшыраҡ.


Әммә Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Үҙен яратыусыларға Алланың нимә әҙерләгәнен бер күҙ ҙә күрмәгән, бер ҡолаҡ та ишетмәгән һәм был турала әҙәм күңеленә бер уй ҙа килмәгән».


Мин күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем: – Яҙып ҡуй: «әлеге мәлдән башлап Раббыныҡы булып үлгәндәр бәхетле». Эйе, улар үҙҙәренең ауыр хеҙмәттәренән ял итһендәр, сөнки эштәре уларҙан ҡалмай арттарынан барасаҡ, ти Рух.


Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәңгелек Батшалығына ҙур теләк менән ҡабул ителерһегеҙ.


Кем Миңә хеҙмәт итә, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа, хеҙмәтсем дә шунда буласаҡ. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам ихтирам күрһәтәсәк.


Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек һәм Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.


Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тереклек һыуы булған шишмәләргә алып барыр, Алла иһә уларҙың күҙендәге һәр йәш бөртөгөн һөртөр.


Мин дә еңдем һәм Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырҙым, шуның кеүек, еңгән кешегә Үҙем янынан тәхеттән урын бирермен.


Минең өсөн йәшәү – ул Мәсих, ә үлем – табыш.


Киреһенсә, уға: «Ең һыҙғанып киске аш әҙерлә, ашап-эскән ваҡытымда миңә хеҙмәт күрһәтеп тор, шунан һуң ғына үҙең ашап-эсерһең», – тип әйтмәҫһегеҙме?


Хужаһы ҡайтып, үҙе әйткәнсә эшләүен күрһә, шул хеҙмәтсе бәхетле.


Хужаһының никах туйынан ҡайтыуын көтөп, ул ҡайтып шаҡыу менән ишек асырға әҙер торған хеҙмәтселәй булығыҙ.


Кем олораҡ: өҫтәл янында ултырған кешеме, әллә уға хеҙмәт итеүсеме? Өҫтәл янында ултырыусы түгелме һуң? Ә Мин һеҙҙең арала хеҙмәт итеүсе кеүек.


«Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios