Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 12:24 - Инжил

24 Ҡарғаларға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа; уларҙың келәттәре лә, буралары ла юҡ. Шулай ҙа Алла уларҙы туйындыра. Ә һеҙ ҡоштарға ҡарағанда әллә күпмегә ҡәҙерлерәк бит.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

24 Ҡарғаларға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа; уларҙың келәттәре лә, буралары ла юҡ. Шулай ҙа Алла уларҙы туйындыра. Ә һеҙ ҡоштарға ҡарағанда әллә күпмегә ҡәҙерлерәк бит.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 12:24
13 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә ҡурҡмағыҙ: һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәк.


Хатта башығыҙҙағы һәр сәс бөртөгө һанаулы. Ҡурҡмағыҙ, һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк.


Батша ҙур ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән ант хаҡына ҡыҙҙың үтенесен кире ҡағырға ҡыйманы.


Ҡулында – елгәргес көрәк. Ул, ашлыҡты ырҙында елгәреп, бойҙайын бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.


Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы Күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни?


Ул шундай ҡарарға килгән: «Келәттәрҙе һүтеп, ҙурырағын һалайым да бөтә ашлығымды, бөтә байлығымды шунда йыяйым.


Йән ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк бит.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios