Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 12:19 - Инжил

19 Шунан инде үҙемә: „Минең күп йылдарға етерлек байлығым бар, йәнем ял итһен, ашаһын, эсһен, күңел асһын“, – тип әйтермен».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Шунан инде үҙемә: „Минең күп йылдарға етерлек байлығым бар, йәнем ял итһен, ашаһын, эсһен, күңел асһын“, – тип әйтермен».

Ver Capítulo Copiar




Лукас 12:19
39 Referencias Cruzadas  

Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Ефеста «йыртҡыстар» менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «ашайыҡ та эсәйек, сөнки иртәгә үләбеҙ!»


Ерҙә саҡта һеҙ ләззәт кисереп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәнегеҙ, ә һуйылыу көнөгөҙ килеүгә үҙегеҙҙе һимерттегеҙ.


Уларҙың аҙағы – һәләкәт, уларҙың аллаһы – тамаҡ, улар ояла торған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.


Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә, уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ, ул бит күңеленән генә: «Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел, ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.


Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға етерлек табындығыҙ.


хыянатсыл, дыуамал, ҡупыҡ, Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән,


Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтөн нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.


Ә кәйеф-сафа менән генә көн иткәне йәшәһә лә, улар тереләй үле инде.


Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул ҡиммәтле кейемдәрҙә йөрөп, һәр көнө зиннәттә үткән.


Ул шундай ҡарарға килгән: «Келәттәрҙе һүтеп, ҙурырағын һалайым да бөтә ашлығымды, бөтә байлығымды шунда йыяйым.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios