Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 12:15 - Инжил

15 барыһына ла былай тип мөрәжәғәт иткән: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Шунан барыһына ла былай тине: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булмаһын, ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 12:15
34 Referencias Cruzadas  

Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән.


Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы, әсе телле, ата-әсәһенә буйһонмаған, изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ,


Фарисейҙар быларҙың бөтәһен дә ишеткән һәм, үҙҙәре аҡса яратҡанлыҡтан, Ғайсанан мыҫҡыллап көлгәндәр.


Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.


Сәнскәк араһына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт, ваҡыт үтеү менән, һүҙҙе баҫып ала. Ундай кешеләрҙең емештәре өлгөрмәй.


Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.


зинасылыҡ, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, йөрәгенән сыға.


ҡараҡтар, ҡомһоҙҙар, эскеселәр, яла яғыусылар, алдаҡсылар ҙа – береһе лә Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ.


Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Улар кем менән зина ҡылырға икән тип, ҡыҙ-ҡырҡынға күҙ һалып, был гонаһтан тыйыла алмай һәм тотороҡһоҙ йәндәрҙе хаҡ юлдан яҙҙыра, күңелдәре ҡомһоҙлоҡҡа өйрәтелгән, өҫтәренә ләғнәт ятҡан.


Бынан һуң Ғайса ҡисса һөйләгән: – Бер байҙың баҫыуҙа игене бик уңған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios