Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 11:8 - Инжил

8 Мин һеҙгә шуны әйтәм: ул кеше дуҫлыҡ хаҡына икмәк биреп ебәрмәһә лә, тегенең ныҡышмалылығы арҡаһында барыбер тороп, күпме һорала, шул тиклем бирер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Мин һеҙгә шуны әйтәм: ул кеше тороп икмәкте дуҫлыҡ хаҡына бирмәһә лә, тегеһе өҙмәй ҙә ҡуймай ныҡышҡас, күпме кәрәк, шулай барыбер биреп ебәрер.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 11:8
10 Referencias Cruzadas  

Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Эпафрас та сәләм тапшыра. Һеҙ Алланың тулы ихтыярынса рухи йәһәттән үҫешкән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә ул.


Имандаштарым, беҙ бер-беребеҙгә Изге Рухтан килгән һөйөү менән бәйләнгәнбеҙ, шуға күрә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих хаҡына саҡырам: минең менән бергә көрәшеп, минең өсөн Аллаға доға ҡылығыҙ.


Һеҙҙең һәм Лаодикиялағы имандаштар хаҡына, шулай уҡ мине йөҙгә белмәгәндәр хаҡына ниндәй көрәш алып барыуымды белеүегеҙҙе теләйем.


Сәнскәкте тәнемдән тартып алыуын теләп, Раббыға өс тапҡыр үтендем.


Ә эстән былай тип яуаплайҙар: «Мине борсоп йөрөмә, ишектәр бикләнгән, балаларым да янымда йоҡлап ята, тороп, һин һорағанды бирә алмайым».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios