Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 11:39 - Инжил

39 Әммә Раббы Ғайса уға былай тигән: – Һеҙ, фарисейҙар, кәсәнең һәм табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә үҙегеҙҙең эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

39 Әммә Раббы Ғайса уға былай тине: – Бына һеҙ, фарисейҙар, һауыт-һабаның тышын таҙартаһығыҙ, ә эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 11:39
26 Referencias Cruzadas  

Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.


Саф өсөн барыһы ла саф, ә иман тотмаған боҙоҡ кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саф нәмә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары ла, намыҫтары ла боҙоҡ.


Әммә Петр: – Анания! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгең менән идара итергә ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. –


Сөнки яуыз ниәттәр – кеше үлтереү, зинасылыҡ, фәхешлек, урлашыу, ялған шаһитлыҡ ҡылыу, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең йөрәгенән сыға.


Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: янығыҙға улар һарыҡ тиреһе ябынып килә, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.


Ата-бабаларыбыҙ тәғлимәттәренә мөкиббән бирелеп, үҙ халҡым араһында йәһүд динен тотҡан байтаҡ йәштәштәремә ҡарағанда күпкә алдараҡ булдым.


Ул быны фәҡирҙәр хаҡында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны.


Ғайса уларға былай тигән: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙә ни ятҡанын белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнес.


Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: – Илама, – тигән.


Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор.


Иблис Симон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында


уларҙы Раббыға ебәргән: – Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушҡан.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios