Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 11:26 - Инжил

26 Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайта һәм улар шунда йәшәй башлай. Ахырҙа был кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайтып, шунда йәшәй башлайҙар. Ахырҙа, был кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 11:26
11 Referencias Cruzadas  

Аҙаҡ Ғайса уны Алла Йортонда осратып: – Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине.


Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайта, һәм улар шунда йәшәй башлай. Ахырҙа әлеге кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Был яуыз быуын менән дә шулай булыр.


Әгәр берәү имандашының гонаһ ҡылғанын, әммә ул гонаһтың үлем килтермәүен күрә икән, ул кеше доға ҡылһын, һәм Алла уның имандашына тормош бирәсәк. Быны мин үлемгә килтермәүсе гонаһ ҡылыусылар хаҡында әйтәм. Үлемгә килтереүсе гонаһ бар: был гонаһ хаҡында доға ҡылһындар тимәйем.


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Тик берәүҙе генә булһа ла үҙегеҙ тотҡан иманға килтерер өсөн, һеҙ диңгеҙҙәр һәм ҡоро ерҙәр аша үтәһегеҙ. Ә инде берәйһен килтерһәгеҙ, уны йәһәннәмгә үҙегеҙгә ҡарағанда икеләтә артыҡ дусар итәһегеҙ.


Кире ҡайтҡас, ул уны һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба.


Ғайса быны һөйләгән саҡта халыҡ араһынан бер ҡатын тороп: – Һине ҡарынында йөрөткән һәм имеҙгән әсәйең бәхетле! – тип ҡысҡырған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios