Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 10:41 - Инжил

41 – Эй Марфа, Марфа! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тигән уға Раббы, –

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

41 – Эй Марта, Марта! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тине уға Ғайса Раббы, –

Ver Capítulo Copiar




Лукас 10:41
13 Referencias Cruzadas  

Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.


Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй.


Шунан һуң Ғайса шәкерттәренә былай тигән: – Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: йәшәү өсөн нимә ашарға, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ.


Сәнскәк араһына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт, ваҡыт үтеү менән, һүҙҙе баҫып ала. Ундай кешеләрҙең емештәре өлгөрмәй.


Ғайса, юлын дауам итеп, шәкерттәре менән бер ауылға килгән. Уны унда Марфа исемле бер ҡатын үҙ өйөндә ҡабул иткән.


Марфа иһә ашарға бешереүҙе хәстәрләгән һәм Ғайса янына килеп: – Хужам! Һеңлемдең бөтөн эште миңә генә ҡалдырып ҡуйыуына бошонмайһыңмы? Уға әйт әле, миңә ярҙам итһен, – тип үтенгән.


Мәрйәм менән уның апаһы Марфа йәшәгән Вифания ауылында Лазарь исемле бер кеше ауырып китте.


Ғайса Марфаны ла, уның һеңлеһе менән Лазарҙы ла ярата ине.


Унда Ғайса хөрмәтенә мәжлес ҡорҙолар. Марфа хеҙмәт күрһәтеп йөрөнө, ә Лазарь Ғайса һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә табында ултырҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios