Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 10:40 - Инжил

40 Марфа иһә ашарға бешереүҙе хәстәрләгән һәм Ғайса янына килеп: – Хужам! Һеңлемдең бөтөн эште миңә генә ҡалдырып ҡуйыуына бошонмайһыңмы? Уға әйт әле, миңә ярҙам итһен, – тип үтенгән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

40 Марта иһә ашарға бешереүҙе хәстәрләне һәм Ғайса янына килеп: – Хакимым! Һеңлемдең бөтөн эште миңә генә ҡалдырып ҡуйыуына бошонмайһыңмы? Уға әйт әле, миңә ярҙам итһен, – тип үтенде.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 10:40
12 Referencias Cruzadas  

Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Үҙенең хуплаулы тамғаһын Уға һалды, – тине.


Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ тип ҡайғырмағыҙ. Бының өсөн хафаланмағыҙ.


Петр иһә, Уны ситкәрәк алып китеп, ризаһыҙлыҡ белдерҙе: – Үҙеңде Алла һаҡлаһын, Хужам! Һинең менән ундай хәл була күрмәһен!


Көн кисләгәс, Уның янына шәкерттәре килде: – Был кеше йөрөмәй торған урын, ваҡыт та һуң инде. Халыҡты ебәр, ауылдарға барып, үҙҙәренә ризыҡ һатып алһындар.


Ләкин Ғайса, әйләнеп, уларҙы тыйған.


Туғандары, был хәлдәрҙе ишеткәс, Ул аҡылдан яҙған икән, тип һөйләшеп, Уны көс менән алып китергә килделәр.


Ғайса, юлын дауам итеп, шәкерттәре менән бер ауылға килгән. Уны унда Марфа исемле бер ҡатын үҙ өйөндә ҡабул иткән.


– Эй Марфа, Марфа! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тигән уға Раббы, –


Мәрйәм менән уның апаһы Марфа йәшәгән Вифания ауылында Лазарь исемле бер кеше ауырып китте.


Ғайса Марфаны ла, уның һеңлеһе менән Лазарҙы ла ярата ине.


Унда Ғайса хөрмәтенә мәжлес ҡорҙолар. Марфа хеҙмәт күрһәтеп йөрөнө, ә Лазарь Ғайса һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә табында ултырҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios