Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 10:39 - Инжил

39 Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе булған. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңлаған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

39 Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе бар ине. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңланы.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 10:39
11 Referencias Cruzadas  

Кешеләр нимә булғанын күрергә тип Ғайса янына килгән. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалғандар.


Мәрйәм бер ҡаҙаҡ бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард майы алып, Ғайсаның аяҡтарына һыланы һәм үҙенең сәсе менән һөртөп алды. Өй эсе майҙың хуш еҫе менән тулды.


– Мин – йәһүд, – тине ул. – Киликияның Тарс ҡалаһында тыуҙым, Иерусалимда тәрбиәләндем. Хөрмәтле Гамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше.


Өс көндән һуң Уны Алла Йортонда тапҡандар. Ул ҡанун уҡытыусылары араһында, уларҙы тыңлап, һорауҙарын биреп ултырған.


Мәрйәм менән уның апаһы Марфа йәшәгән Вифания ауылында Лазарь исемле бер кеше ауырып китте.


ә бит бары бер генә нәмә кәрәк. Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ.


унан ҡустыларын юғалтып ҡайғырған Марфа менән Мәрйәмде йыуатырға күп йәһүдтәр йыйылғайны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios