33 Бер Самария кешеһе лә уҙып барышлай был әҙәмгә тап булған; уны күреп, йәлләгән.
Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: – Илама, – тигән.
Мин рәхимлек күрһәткән кеүек, һин дә хеҙмәттәшеңә рәхимлек күрһәтергә тейеш түгел инеңме ни?»
Ғайса ошо ун икене нәсихәт биреп оҙатты: – Мәжүси халыҡтарға бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ.
– «Һин Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», – тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.
Ҡатын: – Нисек итеп Һин, йәһүд була тороп, минән, Самария ҡатынынан, эсергә һорайһың? – тине (Был һүҙҙәрҙе ул йәһүдтәр менән самарияндарҙың үҙ-ара ҡатышмауынан сығып әйтте).
Шулай уҡ бер левит та ошо ерҙән үтеп барышлай был кешене күргән, әммә ул да туҡталмаған.
Эргәһенә килеп, яраһын шарап менән йыуған, май һөртөп бәйләгән. Шунан һуң ишәгенә ултыртып, ҡунаҡханаға алып килгән, тәрбиәләгән.