Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 10:28 - Инжил

28 – Дөрөҫ яуап бирҙең, шулай эшлә һәм йәшәрһең, – тигән Ғайса.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

28 – Дөрөҫ яуап бирҙең, шулай эшлә һәм йәшәрһең, – тине Ғайса.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 10:28
14 Referencias Cruzadas  

– Ниңә һин Минән изгелек хаҡында һорайһың? Изгелекле Берәү генә. Ә мәңгелек тормошҡа инергә теләһәң, Уның әмерҙәрен үтә, – тине Ғайса.


Ҡанун иһә иманға нигеҙләнмәгән, шуның өсөн «ҡанун талаптарын үтәүсе – шул талаптар менән йәшәйәсәк».


Мәсих иһә ҡанун ҡуйған маҡсатҡа өлгәште һәм Үҙенә инанған һәр кемде хаҡ тип иғлан итте.


Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен аҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай һәм бөтөн донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.


– Бурысы күберәк бәхилләнгәнелер, тип фараз итәм, – тип яуап биргән Симон. Ғайса уға: – Һин дөрөҫ уйлайһың, – тигән.


Ҡанун белгесенең аҡыллы яуап биреүенә Ғайса: – Һин Алла Батшалығынан йыраҡ түгел, – тине. Бынан һуң бер кем дә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.


һәм мин үлдем. Шулай итеп, йәшәү бирергә тейешле әмер үлем алып килде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios