Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 10:22 - Инжил

22 Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улының кем икәнен Атанан башҡа һис кем белмәй, Атаның кем икәнлеген дә Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улының кем икәнен Атанан башҡа һис кем белмәй, Атаның кем икәнлеген дә Улынан һәм Улы Уның тураһында белдерергә теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 10:22
20 Referencias Cruzadas  

Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.


Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Ата янындағы берҙән-бер Улы асып бирҙе.


Кем Мәсих тәғлимәтен тотмай һәм уның сигенән уҙа, унда Алла юҡ. Мәсих тәғлимәтенә тоғро кеше иһә Ата менән дә, Уның Улы менән дә берҙәм йәшәй.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла бөйөклөгө беҙгә билдәле булды.


Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.


Һинең Миңә булған яратыуың уларҙа ла йәшәһен һәм Үҙем дә уларҙа йәшәйем тип, Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем һәм белдерәсәкмен.


Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит.


Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.


Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына биргәнен һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп,


Ата Үҙенең Улын ярата һәм барыһын да Уның ҡулына тапшырған.


бар нәмәне уға буйһондороп, уның аяҡ аҫтына һалдың». Тимәк, Алла бөтөн нәмәне әҙәм балаһына буйһондороп, уның ихтыярына буйһондоролмаған бер нәмәне лә ҡалдырманы. Әммә беҙ әлегә бөтөн нәмәнең дә уға буйһонғанын күрмәйбеҙ.


Мәсих унда бөтөн етәкселәрҙән дә, хакимдарҙан, ҡеүәттәрҙән, һәр төрлө көстәрҙән дә өҫтөнөрәк, Уның исеме һәр төрлө атаҡлы исемдәр менән аталғандарҙан да был донъяла ғына түгел, киләсәк донъяла ла юғарыраҡ.


Бынан һуң ахыры килер, Ул һәр төрлө етәкселекте, хакимиәтте, ҡеүәтте юҡҡа сығарып, батшалыҡты Алла һәм Атаһына тапшырыр.


Минең нимәм бар, улар – Һинеке, ә Һинең булған нәмәң – Минеке. Шулар арҡылы Минең бөйөклөгөм күрһәтелде.


Ә хәҙер, Атам, донъя яратылғанға тиклем Һинең менән бергә булғандағы данлы бөйөклөгөмдө Үҙ ҡаршыңда кире ҡайтарып бир.


Ошо ваҡыт Ғайса: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! – тине. – Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биреүең өсөн Һине данлайым!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios