Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 10:21 - Инжил

21 Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тигән: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һине данлайым! Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тине: – Эй Атам, күк менән ерҙең Хужаһы! Быларҙы зирәктәрҙән һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һиңә шөкөрана ҡылам! Эйе, Атам, был Һинең игелекле ихтыярың ине!

Ver Capítulo Copiar




Лукас 10:21
29 Referencias Cruzadas  

Беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр бөркәнсек менән йәшерелгән кеүек булһа, ул һәләкәт юлынан барыусылар өсөн генә йәшерелгән.


Һәммәһен дә Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән Булдырыусы Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсих аша вариҫтары итеп ҡуйҙы.


Ғайса Мәсих аша беҙҙе Үҙ балалары итергә алдан уҡ билдәләп ҡуйҙы. Был – Уның ихтыяры һәм маҡсаты.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк.


– Быларҙың нимә тигәндәрен ишетәһеңме? – тине улар. – Эйе! – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙ: «Балалар һәм сабыйҙар ауыҙынан Һин Үҙеңә маҡтау һүҙҙәре әйттерҙең», – тип яҙылғанды һис ҡасан уҡыманығыҙмы ни?


– Йона улы Симон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кешеләр түгел, ә Минең Күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса. –


Ә инде тапҡас, әхирәттәре менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, юғалтҡан тәңкәмде таптым», – тиер.


Ә инде тапҡас, ҡыуанып, уны елкәһенә һалыр,


Мәмерйә ауыҙынан ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап: – Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. –


Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килеүен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ тип әйтте?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios