20 Әммә шаҡшы рухтарҙың һеҙгә буйһоноуына түгел, ә исемдәрегеҙҙең күктә яҙылыуына шатланығыҙ.
20 Әммә яуыз рухтарҙың һеҙгә буйһоноуына түгел, ә исемдәрегеҙҙең күктә яҙылыуына шатланығыҙ.
Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.
Мин тәхет ҡаршыһында тороусы үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Аҙаҡтағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.
Ҡалаға һис бер бысраҡлыҡ та, әшәкелек, ялғанлыҡ ҡылыусылар ҙа инмәйәсәк, унда исемдәре Бәрәстең тормош китабында яҙылғандар ғына инәсәк.
Һеҙ Алла кешеләренең – исемдәре күктә яҙылып ҡуйылған беренсе тыуған балаларҙың шатлыҡлы тантаналы йыйылышына, бөтөнөһөнөң Хөкөмдары булған Аллаға, камиллаштырылған тәҡүә кешеләрҙең рухтарына,
Еңгән һәр кеше аҡ кейем кейәсәк һәм Мин уның исемен тормош китабынан һыҙмаясаҡмын, Атам һәм Уның фәрештәләре алдында уның исемен танырмын.
Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Климент һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.
Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.
Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға кешеләрҙең эсенән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарыу, бөтә сир һәм сырхауҙарҙан һауыҡтырыу вәкәләтен бирҙе.
Уның тураһында Изге Яҙмала яҙылғанса, Әҙәм Улы китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
Ул, тәңкәләрҙе Алла Йортонда атып бәрҙе лә, сығып китеп аҫылынды.
Һин күргән януар бар ине, хәҙер ул юҡ. Әммә ул тиҙҙән упҡындан күтәрелеп сығасаҡ һәм һәләкәткә барасаҡ. Донъя яратылғандан бирле исемдәре тормош китабына яҙылмаған кешеләр, януарҙы күреп ғәжәпләнәсәктәр, сөнки ул бар ине, хәҙер юҡ һәм йәнә буласаҡ.