77 һин Уның халҡына гонаһтары кисерелеүе аша ҡотолоуҙары хаҡында белдерерһең.
77 Һин Уның халҡына гонаһтары ярлыҡаныуы, ҡотолоуҙары хаҡында белдерерһең.
Барса пәйғәмбәрҙәр, Уға инанған һәр кемдең Уның арҡылы гонаһтары кисереләсәк, тип Уның тураһында һөйләнеләр, – тине Петр.
Израилгә тәүбә итеү һәм гонаһтары кисерелеү мөмкинлеген бирһен өсөн, Алла Уны Хаким һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе.
– Һәр берегеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итеп Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ һәм Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.
Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.
Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.
Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине.
һәм кешеләрҙең бөтәһе лә Алла ҡотҡарыуын күрер“».
Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡҡан. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөгән.
Беҙ Мәсихтә Уның ҡаны аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ кисерелә. Бының менән Алла сикһеҙ мәрхәмәтен күрһәтте.
Алла Ғайса Мәсихте, Уның ҡаны аша Ғайсаға инаныусыларҙың гонаһтары кисерелһен өсөн, ҡорбан итеп билдәләп ҡуйҙы. Шулай эшләп, элек ҡылынған гонаһтар өсөн яза бирмәйенсә, Ул Үҙенең хаҡлығын иҫбатланы. Оҙаҡ түҙемлек һаҡлап,
– Яхъя ҡылған һыуға сумдырыу гонаһтарҙан тәүбә итеү өсөн булды. Ул кешеләрҙе үҙенән һуң Килеүсегә, йәғни Ғайсаға инанырға өндәне, – тине Павел.