46 Мәрйәм былай тип әйткән: – Күңелем минең Раббыны данлай,
46 Мәрйәм былай тине: – Күңелем минең Раббыны данлай,
Шулай итеп, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын».
Раббыла һәр нәмәнән ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм, ҡыуаныс табығыҙ!
Был ғына ла түгел әле, Мәсих аша татыулашыу алғас, Алла өсөн шатлығыбыҙ ҙа Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша.
Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәһәгеҙ ҙә, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.
Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Мәсих менән ғорурланыусылар.
Беҙҙе һәр ваҡыт Мәсихтең еңеүле тантаналы йөрөшөндә йөрөтөүсе һәм беҙҙең аша һәр ерҙә Мәсих хаҡында хуш еҫтәй белем таратыусы Аллаға рәхмәт яуһын.
Алла Үҙе именлек сығанағы, һеҙҙе тулыһынса изгеләштерһен. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килеүгә бөтөн булмышығыҙ: рухығыҙ ҙа, йәнегеҙ ҙә, тәнегеҙ ҙә саф көйө һаҡланһын.