33 Ул Яҡуб нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер һәм Уның батшалығының аҙағы булмаҫ.
33 Ул Яҡуп нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер һәм Уның батшалығының аҙағы булмаҫ.
Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, батшалығың Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы, – ти.
Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.
Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.
Мәсихтеке икән, тимәк, һеҙ – Ибраһим тоҡомдары һәм, Алла вәғәҙәһе буйынса, вариҫтарһығыҙ.
Әммә Алла һүҙе ғәмәлгә ашмай ҡалды тигәнде аңлатмай, сөнки Израилдәгеләрҙең бөтөнөһө лә ысын Израиль кешеһе түгел.
Ошо ҡағиҙә буйынса йәшәгәндәргә һәм Алланың Израиль халҡына именлек һәм шәфҡәт булһын.
Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Мәсих менән ғорурланыусылар.
Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе.
– Нисек инде, минең ирҙәр менән яҡын мөнәсәбәттә булғаным да юҡ бит? – тигән Мәрйәм.