Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 1:20 - Инжил

20 Әйткәндәрем үҙ мәлендә тормошҡа ашасаҡ, ә бына миңә ышанмағаның өсөн, һүҙҙәрем бойомға ашҡанға тиклем, һин телдән яҙырһың һәм һөйләшә алмаҫһың, – тип яуаплаған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Әйткәндәрем үҙ мәлендә тормошҡа ашасаҡ, ә бына миңә ышанмағаның өсөн, һүҙҙәрем бойомға ашҡанға тиклем, һин телдән яҙырһың һәм һөйләшә алмаҫһың, – тип яуапланы.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 1:20
22 Referencias Cruzadas  

Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.


Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.


Ул иһә, Алла Йортонан сыҡҡас, улар менән һөйләшә алмаған. Халыҡ уның Алла Йортонда илаһи күренмешкә тап булыуын аңлаған. Зәкәриә, телдән яҙып торғанлыҡтан, улар менән ым-ишара аша ғына аңлашҡан.


Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә, Алла донъя башланғанға тиклем үк вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.


Беҙ тоғролоҡ һаҡламаһаҡ та, Ул тоғро булып ҡалыр, сөнки Ул Үҙенән баш тарта алмай, – тигән һүҙҙәр хаҡ.


Һин бәхетле ҡатын, сөнки Раббы тарафынан һиңә әйтелгән һүҙҙәрҙең бойомға ашасағына ышанғанһың!


Ниһайәт, Ғайса ашап ултырған ун бер шәкертенә күренде. Уларҙы ышанмағандары, күңелдәренең ҡаты булғаны өсөн шелтәләне, сөнки улар үленән терелеп торған Ғайсаны күргән кешеләргә ышанманы.


– Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма!


Шулай булғас, ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаған икән, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро түгеллектәре Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы?


Фәрештә уға: – Мин – Алла тәхете алдында тороусы Ябраил. Һиңә ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе белдереү өсөн ебәрелдем.


Халыҡ Зәкәриәне көтөп торған һәм уның Алла Йортонда оҙаҡлауына аптыраған.


Шул мәлдә үк Зәкәриәнең теле асылған һәм ул, Алланы данлап, һөйләшә башлаған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios