Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йәһүҙә 1:8 - Инжил

8 Шуның һымаҡ был кешеләр, хыялға бирелеп, тәндәрен таплай, ә Раббы хакимлығын инҡар итә һәм күктәге көстәргә яла яға.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Шуның һымаҡ был кешеләр ҙә, күргән күренмештәренә таянып, тәндәрен таплай, ә Раббы хакимлығын инҡар итә һәм күктәге көстәргә яла яға.

Ver Capítulo Copiar




Йәһүҙә 1:8
23 Referencias Cruzadas  

Етәкселәрегеҙҙе тыңлағыҙ һәм уларға буйһоноғоҙ – улар Алла алдында яуап тота торған кешеләр булғанлыҡтан, һеҙҙең йәндәрегеҙ тураһында арымай-талмай хәстәрлек күрә. Шулай булғас, был эште уларға ауырыҡһынып түгел, ә шатланып башҡарырға юл ҡуйығыҙ. Ауырыҡһынып башҡарған эштең һеҙҙең өсөн һис ниндәй файҙаһы булмаҫ.


һәммә кешеләрҙе ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ, хөрмәт итеп, Алланан ҡурҡығыҙ, батшаны ололағыҙ.


фәхешлек ҡылыусылар, ирҙәр менән енси мөнәсәбәткә инеүсе ирҙәр, кеше менән һатыу итеүселәр, алдаҡсылар, ялғанлап ант итеүселәр һәм, ғөмүмән, хаҡ тәғлимәткә ҡаршы килеүсе бөтөнөһө өсөн сығарылған.


– Мин, туғандар, уның иң баш рухани икәнен белмәнем, – тине Павел. – Изге Яҙмала: «Үҙ халҡың менән идара иткән кеше тураһында насар һөйләмә», – тип яҙылған бит.


Алла йортон емереүсене Алла юҡҡа сығарасаҡ, сөнки Алла йорто изге, ә ул йорт – һеҙ.


Шулай итеп, алда әйтелгәндәрҙе ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға.


Ата-бабаларыбыҙ Муса әйткәнде тыңламаған, уны кире ҡаҡҡан һәм ҡабат Мысырға китергә теләгән.


Әммә үҙенең иптәшен рәнйетеүсе, Мусаны төртөп ебәреп: «Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем билдәләне?


Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, быны белдерергә артынса уҡ илселәр ебәргән.


Ғибәҙәтханаларға, башлыҡтар йәки хакимиәт кешеләре алдына килтергән ваҡытта, үҙебеҙҙе нисек яҡларға, нимә тип яуап бирергә тип борсолмағыҙ.


Кире ҡайтҡас, ул уны һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios