Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йәһүҙә 1:6 - Инжил

6 Үҙенә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған һәм торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе иһә Ул, бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Һәм дә үҙҙәренә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған, торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе лә Ул бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.

Ver Capítulo Copiar




Йәһүҙә 1:6
12 Referencias Cruzadas  

Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә йәһәннәмгә ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, сынйыр менән бығауланған килеш хөкөм көнөн көтөрҙәр.


Беҙ кешеләргә ҡаршы түгел, ә ошо донъя ҡараңғылығының етәкселәренә, хакимдарына, хужаларына һәм күктәге шаҡшы рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ.


Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!


– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.


Шулай итеп, Раббы Үҙен хөрмәт иткәндәрҙе һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә Үҙен тыңламағандарҙы, яза аҫтында тотоп, хөкөм көнөнәсә нисек һаҡларға икәнен белә.


Ә хөкөмдө һәм Алланың дошмандарын яндырасаҡ ҡоторонҡо утты ҡурҡып көтөргә генә ҡаласаҡ.


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы һәм ялғандың атаһы.


Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә ул ҡалаға ҡарағанда Содом менән Гоморра еренә еңелерәк булыр.


Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында Алланың ғәҙел хөкөмө асыласаҡ асыу көнөнә Уның нәфрәтен үҙеңдә туплайһың.


Улар – үҙҙәренең хурлыҡлы эштәренең күбеге менән ҡапланған дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда юғалған йондоҙҙар, улар өсөн мәңгелек ҡараңғылыҡта урын һаҡлана.


Ул – аждаһаны – Иблис-Шайтан тигән ул боронғо йыланды – тотоп алды ла, мең йылға сылбырлап ҡуйҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios