Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 4:3 - Инжил

3 Беҙ иһә ышаныуыбыҙ менән Алланың ял биреү урынына инәбеҙ. Алла бит: «Шуның өсөн Мин нәфрәтләнеп: „улар бер ҡасан да Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем», – тигән. Эштәре донъя барлыҡҡа килгән мәлдән тамамланған булһа ла, шулай тине Алла.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Беҙ иһә ышанғанға күрә Алланың тыныс-имен урынына инәбеҙ. Алла бит: «Шуның өсөн Мин нәфрәтләнеп: „Улар бер ҡасан да Минең тыныс-имен урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем», – тигән. Эштәре донъя барлыҡҡа килгән мәлдән тамамланған булһа ла, шулай тине Алла.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 4:3
15 Referencias Cruzadas  

Ул донъя яратылғансы уҡ һайланғайны, әммә һеҙҙең өсөн һуңғы ваҡытта ғына асылды.


Әгәр шулай булһа, донъя яратылғандан бирле Мәсихкә әйләнгән һайын ғазап сигергә тура килер ине. Ләкин Ул, Үҙен ҡорбан итеү аша гонаһты бөтөрөр өсөн, ошо һуңғы дәүерҙә бары бер тапҡыр ғына килде.


Алла алдында изге һәм саф булыуыбыҙ өсөн, донъя яратылғанға тиклем үк Ул беҙҙе Мәсих аша һайлап алды һәм, беҙгә булған мөхәббәте хаҡына,


Шуның өсөн нәфрәтләнеп: „Улар бер ҡасан да Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем».


Был – пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: «Мин уларға кинәйәле ҡиссалар аша һөйләрмен, донъя яратылған көндәрҙән бирле йәшерен булғанды хәбәр итермен».


Сөнки беҙ – Мәсихтең хеҙмәттәштәре, тик беҙгә баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торорға кәрәк.


Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios