Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 4:2 - Инжил

2 Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә улар Хәбәрҙе ишетһә лә, файҙаһы булманы, сөнки улар ишеткәндәрен иман итеп ҡабул итмәне.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә уларға Хәбәрҙең файҙаһы теймәне, сөнки улар Хәбәрҙе тыңлаған кешеләр кеүек уны ышанып ҡабул итмәне.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 4:2
20 Referencias Cruzadas  

Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.


Иманлы булмай тороп иһә Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш.


Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙең дә йөрәге мәңге тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз һәм ышанмай торған булмаһын.


Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр нәмәгә файҙалы, сөнки ул ысын тормош бирә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.


Сөннәтле булыуың ҡанунды үтәгән осраҡта ғына файҙалы, ә инде ҡанунды боҙаһың икән, ул саҡта һинең сөннәткә ултыртылыуыңдың мәғәнәһе юҡ.


Ә Павел менән Варнава ҡыйыу рәүештә: – Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙе мәңгелек тормошҡа лайыҡһыҙ итеп күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға боролабыҙ.


Шуға күрә һәр төрлө әшәкелектән һәм ныҡ таралған яуызлыҡтан ваз кисеп, йөрәктәрегеҙгә сәселгән Алла һүҙен баҫалҡылыҡ менән ҡабул итегеҙ; ул һүҙ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе ҡотҡарырға һәләтле.


Һөйөнөслө Хәбәрҙе элегерәк ишеткән кешеләр, буйһонмауҙары арҡаһында, Алланың ял биреү урынына инә алманы. Әммә ҡайһы берәүҙәр унда инә аласаҡ, шуға күрә,


Бөтөн мөлкәтемде ярлыларға өләшеп, маҡтаныу өсөн тәнемде үлемгә тапшырһам да, мөхәббәтем юҡ икән, миңә бынан бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.


Уларға үҙҙәренә түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.


сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Алла ҡөҙрәте, Изге Рух һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнлегебеҙҙе беләһегеҙ.


Изге Яҙмала: «Алланың бүтән халыҡтарҙы иман аша аҡлаясағын алдан күреп, Ибраһимға: „Бөтөн халыҡтар ҙа һинең аша фатиха алыр“, – тип Һөйөнөслө Хәбәр белдергән», – тиелгән.


Ауырып китеүем сәбәпле һеҙҙә туҡталып, Һөйөнөслө Хәбәрҙе беренсе тапҡыр һеҙгә вәғәзләүемде беләһегеҙ.


Алла һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы яҙыҡ эштәрегеҙҙән аралап, фатихалау өсөн Үҙенең Хеҙмәтсеһен терелтте һәм Уны иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе, – тине Петр.


Шулай булғас, ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаған икән, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро түгеллектәре Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы?


Һеҙҙән шуны ғына белгем килә: Алла Рухын ҡанун талаптарын үтәү аша алдығыҙмы, әллә беҙҙән ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios