Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 4:1 - Инжил

1 Алланың ял биреү урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла һеҙҙең берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, һаҡ булайыҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Алланың тыныс-имен урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, иғтибарлы булайыҡ.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 4:1
28 Referencias Cruzadas  

Бер кем дә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


Шуға ла Уның ял биреү урынына инеү өсөн бөтөн көсөбөҙҙө һалайыҡ. Теге тыңлауһыҙҙар өлгөһөнә эйәреп, береһе лә ситтә тороп ҡалмаһын.


Шуға күрә Алла халҡы өсөн шәмбе көнөнә оҡшаш ял көтөлә әле.


Һеҙгә Алла һүҙен еткергән етәкселәрегеҙҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм ғүмерҙәренең һөҙөмтәһен уйлап, имандарынан өлгө алып, уларға эйәрегеҙ.


Беҙ тоғролоҡ һаҡламаһаҡ та, Ул тоғро булып ҡалыр, сөнки Ул Үҙенән баш тарта алмай, – тигән һүҙҙәр хаҡ.


Шуның өсөн, аяғымда ныҡ баҫып торам тип уйлаған һәр кем, йығылмаҫ өсөн, һаҡ булһын.


Дөрөҫ, улар иман тотмағанға күрә һындырылды, ә һин иман арҡаһында ялғанып тораһың: мороноңдо күтәрмә, киреһенсә, һаҡ бул.


Бөтөнөһө лә гонаһ ҡылып, Алла данынан мәхрүм ҡалдылар бит.


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


Шуның өсөн нәфрәтләнеп: „Улар бер ҡасан да Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем».


Ләкин ул хеҙмәтсе яман кеше булһа һәм: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап,


Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.


Беҙ иһә, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ.


Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡанун менән аҡларға тырышыусылар, Мәсихтән айырылдығыҙ, Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалдығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios