Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 3:2 - Инжил

2 Муса Алла йортондағы эштәрҙә тоғро булған кеүек, Ғайса ла Үҙен хеҙмәткә алған Аллаға тоғро.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Муса Алла йортондағы эштәрҙә тоғро булған кеүек, Ғайса ла Үҙен хеҙмәткә алған Аллаға тоғро.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 3:2
14 Referencias Cruzadas  

әгәр мин оҙаҡлаһам, хәҡиҡәттең терәге һәм нигеҙе булған Тере Алланың берҙәмлегендә, йәғни Алла Йортонда нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейешһең.


Һеҙ ҙә башҡалар менән бергә Раббының Рухы ярҙамында Алла торлағы булып төҙөләһегеҙ.


Шуға күрә, кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Рухани булыр өсөн, бар нәмәлә туғандарына оҡшарға тейеш булды.


Мин, Һин тапшырған эште башҡарып сығып, ерҙә һинең данлы бөйөклөгөңдө күрһәттем.


Хеҙмәт итеү өсөн миңә көс биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә рәхмәтлемен. Элек көфөр һөйләп йөрөгән, иман тотоусыларҙы эҙәрлекләгән тәкәббер кеше булһам да, Ул мине тоғро һананы һәм Үҙенең хеҙмәтсеһе итеп билдәләне. Миңә шәфҡәт күрһәтелде, сөнки былар белемһеҙлегемдән һәм иманлы булмауымдан килә ине.


Мин Атамдың әмерҙәрен үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, әмерҙәремде үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.


Мине Ебәреүсе янымда, Ул Мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем.


Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә үҙен ебәреүсенең данын эҙләгән кеше иһә эскерһеҙ, һәм уның күңелендә ялғанға урын юҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios