Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 2:4 - Инжил

4 Алла Үҙе лә быны билдәләр, мөғжизәләр һәм төрлө ҡөҙрәтле эштәр ҡылыу һәм Изге Рухтан килгән бүләктәрҙе Үҙ ихтыяры буйынса бүлеп биреү юлы аша иҫбат итте.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Алла Үҙе лә быны билдәләр, мөғжизәләр һәм төрлө ҡөҙрәтле эштәр ҡылыу һәм Изге Рухтан килгән бүләктәрҙе Үҙ ихтыяры буйынса бүлеп биреү юлы аша иҫбат итте.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 2:4
18 Referencias Cruzadas  

Павел менән Варнава унда шаҡтай оҙаҡ ваҡыт булды. Раббы тураһында тәүәккәллек менән вәғәзләнеләр һәм Раббы, Үҙенең мәрхәмәте хаҡындағы хәбәрҙе раҫлап, уларҙың ҡулы менән хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды.


Ғайса Мәсих аша беҙҙе Үҙ балалары итергә алдан уҡ билдәләп ҡуйҙы. Был – Уның ихтыяры һәм маҡсаты.


Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы.


Ғайса уға: – Хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрмәһәгеҙ, һеҙ ышанмаясаҡһығыҙ, – тине.


Мин Атанан һеҙгә Яҡлаусы ебәрәсәкмен. Ул – Атанан сыҡҡан Хәҡиҡәт Рухы – килгәс, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыласаҡ.


Ул, Мәсих аша тормошҡа ашырырға ҡарар иткән ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты.


һеҙҙең һәммәгеҙгә һәм бөтә Израиль халҡына мәғлүм булһын: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды.


Ғайсаның исеме киң таралғас, был хаҡта Ирод батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәрҙең әйтеүенсә: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар».


Беҙ – был эштәрҙең шаһиты. Шулай уҡ Алла Үҙенә буйһоноусыларға биргән Изге Рух та был эштәргә шаһит, – тип яуап бирҙеләр.


Мәсих һәр беребеҙгә һәләтте Үҙе билдәләгәнсә бирҙе.


Бер тапҡыр Алла яҡтылығы менән нурландырылған, күк бүләгенең тәмен татыған, Изге Рухта ҡатнашҡан,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios