Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 11:1 - Инжил

1 Иман – ул өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашыуына ышаныс һәм күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлау.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Иман – ул өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашырына ышаныс һәм күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлау.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 11:1
24 Referencias Cruzadas  

Беҙ күҙ күргән нәмәләр менән түгел, ә иман менән йәшәйбеҙ бит.


Шуға ла беҙ әле күренгәнгә түгел, ә күренмәгәнгә иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ, сөнки күренгәне – ваҡытлыса, күренмәгәне иһә – мәңгелек.


Нух, иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтөн донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Шуға күрә ихлас күңел, иман ышаныслылығы менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан ҡан бөркөп таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Муса, иман аша, батшаның асыуынан ҡурҡмайынса, Мысырҙан китә. Күҙгә күренмәҫ Алланы йәнәһе лә күргән кеше һымаҡ, ул түҙҙе.


Ялҡау булмағыҙ, ә иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ.


Беҙ имандан сигенеп һәләк булыусыларҙан түгел, беҙ – ышанған һәм үҙенең ғүмерен һаҡлағандарҙан.


Бына һәр ваҡыт буласаҡ өс нәмә: иман, өмөт һәм мөхәббәт. Улар араһында мөхәббәт – иң бөйөгө.


Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән. Улар үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алмайынса, йыраҡтан ғына күргән һәм сәләмләгән. Был донъяла үҙҙәренең ваҡытлыса йәшәгән сит кешеләр һәм килмешәктәр генә икәнлектәрен танығандар.


Сөнки беҙ – Мәсихтең хеҙмәттәштәре, тик беҙгә баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торорға кәрәк.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Шулай итеп, кем Мәсихтеке, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе һәм илсеһе Симон Петрҙан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иман ҡабул иткәндәргә:


Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла етди рәүештә иғлан иттем.


Алла хеҙмәтсеһе һәм Ғайса Мәсих илсеһе Павелдан хат. Алла тарафынан һайлап алынғандарҙың иманын нығытыу һәм ихлас табыныуға илтеүсе хәҡиҡәтте танып белеүгә килтереү өсөн ебәрелдем мин.


Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.


Хәҙер әйтәсәк һүҙҙәремде Раббы ҡушыуы буйынса түгел, ә аҡылһыҙ кеше кеүек маҡтаныуым.


Бәлки, ҡайһы бер Македония кешеләре минең менән килер. Шул саҡта әҙер булмаһағыҙ, беҙ был эштә – һеҙҙең турала әйтеп торорға ла түгел – оятҡа ҡалырбыҙ.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios