Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 1:9 - Инжил

9 – Һин хаҡлыҡты һөйҙөң, яуызлыҡты күрә алманың. Шуның өсөн Алла, Һине шатлыҡ майы менән майлап, хеҙмәттәштәреңә ҡарағанда Үҙеңде юғарыраҡ ҡуйҙы», – ти.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Һин дөрөҫлөктө яраттың, яуызлыҡты күрә алманың. Шуға күрә Алла, Һинең Аллаң, шатлыҡ майы менән мәсехләп, дуҫтарыңдан Һине өҫтөн ҡуйҙы», – тиелгән.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 1:9
42 Referencias Cruzadas  

Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ,


Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Уға инаныу аша бөтөн шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.


«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине майлап, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн һайланы. Ул Мине әсирҙәргә – азатлыҡ, һуҡырҙарға – күҙе күрә башлауын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға


Һеҙ ҙә беҙҙең менән аралаша алһын өсөн, үҙебеҙҙең күргән һәм ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә иғлан итәбеҙ. Беҙ иһә Ата һәм Уның Улы Ғайса Мәсих менән аралашып йәшәйбеҙ


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы


Беҙгә тап шундай Баш Рухани кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


Шуға күрә Алла тарафынан Ул барыһынан да юғары күтәрелде, Уға бөтөн исемдәрҙән бөйөгөрәк исем бирелде:


Беҙҙе Мәсих аша күктәге бөтөн рухи байлыҡтар менән фатихалаған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһы һәм Аллаһы данланһын.


Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән һеҙҙең арағыҙҙа аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.


– Мине тотма! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм».


Ул, иң тәүҙә ағаһы Симонды эҙләп табып, уға: – Беҙ Мәсихте (Мәсих – «Май һөртөлгән Зат» тигәнде аңлата) таптыҡ, – тине.


Шулай уҡ һиндә Николай яҡлыларҙың тәғлимәтен тотоусылар ҙа бар.


Раббыбыҙ Ғайсаның мәңге мөбәрәк Аллаһы һәм Атаһы белә: мин алдамайым.


Мөхәббәтегеҙ саф күңелдән булһын, яманлыҡҡа нәфрәтле, яҡшылыҡҡа тоғро булығыҙ.


Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Ысынлап та, Ирод һәм Понтий Пилат, мәжүсиҙәр һәм Израиль халҡы менән бергә, Изге Хеҙмәтсең Ғайсаға – Үҙең майлаған Мәсихкә ҡаршы, Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың арҡаһында буласағы алдан билдәләнгән эште ҡылыу өсөн ошо ҡалаға йыйылдылар.


Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.


Кешеләрҙе изге итеүсе Ғайса ла, изге ителгән әҙәмдәр үҙҙәре лә бер Атанан. Шуның өсөн Ғайса уларҙы Үҙенең туғандары тип атауҙан уңайһыҙланмай. Ул:


Атам Мине шуның өсөн ярата: Мин Үҙ ғүмеремде уны яңынан алыу өсөн бирәм.


Ерҙәге батшалар, башлыҡтар, бергә йыйылып, Раббыға һәм Уның Мәсихенә ҡаршы күтәрелделәр».


Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтөнөһө хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды, тик үлем кисереүе менән дан һәм хөрмәт тажына кейенгәйне.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios