Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 1:8 - Инжил

8 Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, батшалығың Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы, – ти.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, тәхетең Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 1:8
33 Referencias Cruzadas  

Мин һәм Ата – бербеҙ.


Улар беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.


Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.


«Бына ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалыр һәм ир бала табыр. Уға Еммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Еммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.


Мәсихкә бөтә дошмандарын Үҙ аяғы аҫтына һалғанға тиклем батшалыҡ итеү тәғәйенләнгән.


– Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Фома.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.


Йәһүдтәр Уға: – Беҙ Һине яҡшы эштәрең өсөн түгел, ә көфөр һөйләүең, кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, Үҙеңде Алла итеп күрһәтеүең өсөн үлтерергә теләйбеҙ, – тинеләр.


Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәңгелек Батшалығына ҙур теләк менән ҡабул ителерһегеҙ.


ғүмеребеҙҙең бар көндәрендә Уның алдында изге һәм тәҡүә булып хеҙмәт итә аласағыбыҙҙы вәғәҙәләне.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios