Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 1:6 - Инжил

6 Йәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла: «Алланың бөтөн фәрештәләре Уға баш эйһен», – ти.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Йәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла: «Алланың бөтә фәрештәләре Уға баш эйһен», – ти.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 1:6
17 Referencias Cruzadas  

Ул – тәндең башы, тән иһә – Уға инаныусылар берҙәмлеге. Ул – бөтөн нәмәлә лә беренсе булыу өсөн башланғыс, үлеләрҙән тәүге булып терелгән.


Күҙгә күренмәҫ Алла Мәсих ҡиәфәтендә күҙгә күренде. Ул яратылған бөтөн тереклектәрҙән дә алдараҡ бар ине.


Ул, күккә ашып, мөһим урынҙа, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, ҡөҙрәттәр ҙә буйһонған.


Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Алла кемде алдан һайлап алған, шуларҙы Үҙ Улына оҡшаш булырға алдан билдәләп ҡуйған. Шулай Ғайса күп һанлы туғандары араһында тыуған Баш бала булған да инде.


Алла беҙгә мөхәббәтен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә тормош булһын өсөн, донъяға ебәрҙе.


Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Ата янындағы берҙән-бер Улы асып бирҙе.


Шуға күрә Мәсих донъяға килгәс былай тине: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә теләмәнең, ләкин Минең өсөн тән әҙерләнең.


Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.


Ҡасан да булһа фәрештәләрҙең берәйһенә Алла: «Һин – Минең Улым. Бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым», – тип әйткәнме ни? Йә булмаһа: «Мин – Уның Атаһы буласаҡмын, ә Ул Минең Улым булыр», – тигәнме?


Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios