Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 1:4 - Инжил

4 Уның Алланан мираҫҡа алған Ул тигән данлы исеме фәрештәләрҙекенән ни тиклем юғарыраҡ булһа, Ул Үҙе лә уларҙан шул тиклем өҫтөнөрәк тора.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Уның Алланан бирелгән данлы исеме фәрештәләрҙекенән ни тиклем юғарыраҡ булһа, Ул Үҙе лә уларҙан шул тиклем өҫтөнөрәк тора.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 1:4
11 Referencias Cruzadas  

Мәсих унда бөтөн етәкселәрҙән дә, хакимдарҙан, ҡеүәттәрҙән, һәр төрлө көстәрҙән дә өҫтөнөрәк, Уның исеме һәр төрлө атаҡлы исемдәр менән аталғандарҙан да был донъяла ғына түгел, киләсәк донъяла ла юғарыраҡ.


Ул, күккә ашып, мөһим урынҙа, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, ҡөҙрәттәр ҙә буйһонған.


Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтөнөһө хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды, тик үлем кисереүе менән дан һәм хөрмәт тажына кейенгәйне.


ә һеҙгә, яфа сигеүселәргә, беҙҙең менән бергә шатлыҡ бүләк итер. Был Раббы Ғайса күктән Үҙенең ҡеүәтле фәрештәләре менән ут ялҡынында килгәнендә һәм Алланы һанға һуҡмаған, Раббы Ғайса тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ҡолаҡ һалмаған кешеләрҙе язаға тарттырғанында булыр.


Бөтөн етәкселәрҙең һәм хакимдарҙың башы булған Мәсихтә һеҙгә лә тулы тормош бирелгән.


Ул – тәндең башы, тән иһә – Уға инаныусылар берҙәмлеге. Ул – бөтөн нәмәлә лә беренсе булыу өсөн башланғыс, үлеләрҙән тәүге булып терелгән.


– Һин хаҡлыҡты һөйҙөң, яуызлыҡты күрә алманың. Шуның өсөн Алла, Һине шатлыҡ майы менән майлап, хеҙмәттәштәреңә ҡарағанда Үҙеңде юғарыраҡ ҡуйҙы», – ти.


Һеҙ беләһегеҙ, һуңынан ул фатиха алырға теләгән, ләкин кире ҡағылған. Был хаҡта күҙ йәштәре аша һораһа ла, хәл барышын бер нисек тә үҙгәртә алмаған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios